Милли проекттар
8 Май 2025, 12:30

Белгестәрҙе әҙерләүҙең мөһим бер өлөшө

Марафондың тәүге ике көнөндә тотош республикалағы медицина кластарынан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Белгестәрҙе әҙерләүҙең мөһим бер өлөшөБелгестәрҙе әҙерләүҙең мөһим бер өлөшө
Белгестәрҙе әҙерләүҙең мөһим бер өлөшө

“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект “Молодежь и дети”)  тормошҡа ашырыуға ярашлы,  Вуз-ара кампус резиденты, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан дәүләт медицина университеты 5-нән  7 майға тиклем “Тактик медицина: Еңеүҙән Еңеүгә тиклем” мәғариф-илһөйәрлек марафонын үткәрә. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.  

Марафондың тәүге ике көнөндә тотош республикалағы медицина кластарынан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Марафон программаһында - тактик медицина буйынса асыҡ дәрестәр, тактик медицина һәм беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү һәм башҡалар буйынса буйынса оҫталыҡ кластары.

Заманса тактик медицина – экстремаль шарттарҙа – яу яланында, ғәҙәттән тыш хәлдәр зонаһында, һәләкәттәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә эшләй алған белгестәрҙе әҙерләүҙең бер айырылғыһыҙ өлөшө. Уның Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һалынған нигеҙҙәре меңләгән кеше ғүмерен ҡотҡарҙы һәм хәрби-ялан, экстремаль медицина нигеҙенә әүерелде, тип хәбәр итте мәғариф-илһөйәрлек марафонын ойоштороусылар.

- Бөгөн университеттың 200 хеҙмәткәре хәрби бурысын үтәй. Һәм 50 табип һәм уҡытыусы Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә табиплыҡ бурысын үтәй, - тип белдерҙе Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас