

“Кадрҙар” милли проектының (национальный проект “Кадры”) “Мәшғүллеккә әүҙем булышлыҡ итеү саралары” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостан эш биреүселәрен инвалидтар өсөн эш урындары булдырыу һәм уларҙы йыһазландырыу буйынса сараларҙа ҡатнашырға саҡыралар, тип хәбәр иттеләр төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Был категорияға ҡараған бер хеҙмәткәр өсөн компания 200 мең һумға тиклем эш урыны булдырыуға сығымдарҙы ҡаплауға субсидия ала ала. Был эш урындарына I һәм II төркөм инвалидтары, шулай уҡ инвалидлығы булған хәрби хәрәкәттәр ветерандары эшкә урынлаштырыла ала.
- Беҙҙә инвалидтар өсөн эш урындары булдырыу буйынса төбәк программаһы эшләй, һәм, әйтергә кәрәк, ярайһы уҡ һөҙөмтәле. Былтыр уның сиктәрендә һаулыҡ үҙенсәлектәре булған 133 гражданға эш урындарында уңайлы шарттар булдырҙыҡ. Быйыл бындай ярҙам сараһы төбәктә шул иҫәптән “Кадрҙар” милли проекты буйынса федераль средстволар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ, — тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Яңы субсидия РФ Социаль Фонды тарафынан бирелә һәм сығымдарҙың түбәндәге төрҙәрен ҡаплауҙы үҙ эсенә ала: кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу, ҡорамалдар монтажлау һәм ҡуйыу, инвалид өсөн эш урынын өйҙә йыһазландырыу (РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы өйҙә эш рәсмиләштерелгән осраҡта).
Эш биреүселәргә субсидия алыу мөмкинлегенән файҙаланыу өсөн инвалид хеҙмәткәрҙе эшкә урынлаштырғандан һуң өс ай эсендә сығымдарҙы раҫлаусы ғариза һәм тейешле документтар тапшырырға кәрәк.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.