Милли проекттар
12 Май 2025, 06:45

Креатив бизнес ярҙам ала

500-ҙән ашыу эшҡыуарҙы май айында ниҙәр көтә?

Креатив бизнес ярҙам алаКреатив бизнес ярҙам ала
Креатив бизнес ярҙам ала

Башҡортостандың креатив өлкәһенән 500-ҙән ашыу эшҡыуар “Минең креатив бизнес” үҙәге тарафынан ойошторолған 11 махсус сарала ҡатнашты. Бындай эш “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

“Беҙ һәр талантлы кеше үҙенең мөмкинлектәрен тормошҡа ашырһын өсөн мөхит булдырырға тырышабыҙ, креатив өлкә проекттары тейешле ярҙамды ала. Әле төбәк командаһы иҡтисадтың креатив секторын үҫтереү буйынса комплекслы эш алып бара, ул урындағы мәҙәни мираҫты һаҡлауға, яңы хеҙмәт урындары асыуға, табыш килтереүгә йүнәлтелгән”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Эшҡыуарҙар өсөн “Нейроселтәрҙәр һәм рәссамдар араһында батл”, ике көнлөк “Хыялдар ваҡыты” уйын индустриялары фестивале, һалым һалыу һәм эштәрҙе визуаль күҙаллау мәсьәләләре буйынса семинар ойошторолдо. Бынан тыш, һөнәрмәндәр, халыҡ-художество промыслалары, мода, дизайн өлкәләре вәкилдәре 50-нән ашыу профилле консультация уҙғарҙы. Май айында креатив индустрия эшҡыуарҙары өсөн шәхси милек, экспорт эшмәкәрлеге буйынса оҫталыҡ кластары, шулай уҡ кофе-рейв планлаштырылған.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияға һәләтте үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция әүҙемлеген күтәреү, шулай уҡ тармаҡ эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеү. Сәнәғәт секторына, юғары технологияларға, йәштәр бизнесына айырым иғтибар бүленә.

Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас