

Башҡортостандың Гарантия фонды “БашПечи” етештереү-сауҙа компанияһының поручителе яуаплылығын алған, ошо арҡала предприятие эшмәкәрлек ҡеүәтен киңәйтеү мөмкинлегенә эйә. Ярҙам саралары “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы бойомға ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
“Компанияларға гарантиялы булышлыҡ – дәүләт менән бизнестың һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге сағылышы. Фонд тарафынан ваҡытында күрһәтелгән ярҙам предприятиеларға үҫеш өсөн кәрәкле финанс ресурстары йәлеп итеү мөмкинлеген бирә”, – ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
“БашПечи” компанияһы тәүҙә мунса һәм йылытыу мейестәре эшләү менән шөғөлләнгән. Хәҙер шулай уҡ аҙыҡты күмерҙә әҙерләү өсөн ҡорамалдар етештерә.
Поручитель “БашПечи” предприятиеһына Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы заем алырға ярҙам иткән. Был аҡса етештереү комплексын киңәйтеүгә йүнәлтелгән – 2,5 мең квадрат метрлыҡ майҙанда өҫтәмә корпус төҙөлә. Өҫтәүенә компания яңы ҡорамалдар һатып алырға планлаштыра.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияға һәләтте үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестиция әүҙемлеген күтәреү, шулай уҡ тармаҡ эшмәкәрлегенең тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоһон кәметеү. Сәнәғәт секторына, юғары технологияларға, йәштәр бизнесына айырым иғтибар бүленә.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrk.tv