

Химик реактивтарҙан алып лаборатория мебеленә тиклем төрлө тауар сығарыуға махсуслашҡан Башҡортостан компанияһы “ӨфөХимКомплект” уҙған йыл йомғаҡтары буйынса экспорт тауарын сит илдәргә һатыу күләмен алты тапҡырға арттырҙы. Был хаҡта республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр иттеләр. Экспортҡа сығыу – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең һәм киңәйтеүҙең иң һөҙөмтәле ысулдарының береһе, ул бөгөн “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тейешле ярҙам ала.
– Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге булышлығында компания командаһы, “Экспорт стандарты” программаһы буйынса уҡыуҙы уңышлы үтеп, ышаныслы аҙым яһаны. Һәм һөҙөмтә үҙен оҙаҡ көттөрмәне: уҙған йыл йомғаҡтары буйынса предприятие экспорт тауарын оҙатыу күләмен алты тапҡырға арттырҙы, ә Ҡаҙағстандан уҙаҡташтар менән химик реагенттар һатыуға экспорт контракты Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең һәм экспортерҙарҙың берлектәге дөрөҫ стратегияһының законлы һөҙөмтәһе булды, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Бөгөн компанияның бизнес-миссиялар географияһы Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Мысыр кеүек илдәрҙе үҙ эсенә ала. Эшҡыуарҙар ағымдағы геосәйәси һәм иҡтисади талаптарға уңышлы яраҡлаша, был хәлдә үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр таба.
Системалы ҡарашы һәм яңы экспорт горизонттарын әүҙем үҙләштереүе өсөн “ӨфөХимКомплект” компанияһы “Йыл экспортеры” конкурсының төбәк этабында “Яңы география” номинацияһында лайыҡлы еңеүсе булды.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр Һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының экспортҡа ярҙам итеү үҙәге бизнес-предприятиеға хәүефте кәметергә, донъя баҙары талаптарына яраҡлашырға һәм ышаныслы киңәйергә ярҙам итә. Ә Үҙәктең төп хеҙмәттәре консультациялар, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм бизнес-сәфәрҙәрҙә ҡатнашыу, сертификатлау һәм яңы клиенттар эҙләү менән берлектә һөҙөмтә күп тапҡырҙар көсәйә, үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Фото сығанағы: foreign.bashkortostan.ru.