

Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары ГТО нормативтарын үтәне. Бөтә Рәсәй Физкультура-спорт комплексының ГТО саралары “Физик культура һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең спорт министрлығы. Был саралар “Демография” милли проектын торошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә (национальный проект “Демография”).
Факультетта белем алыусылар төрлө һынауҙар аша үтте. Программа көстө һәм һығылмалыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән күнекмәләрҙе үҙ эсенән алған. Унда һикереү ҙә, гер күтәреү ҙә, ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияларға йүгереү һәм башҡа спорт төрҙәре инә.
ӨДНТУ стадионында студенттарҙың көсөн арттырыусы бындай саралар даими уҙғарыла.
“Физик культура һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһы физик әүҙемлек дәрестәре өсөн шарттар булдырыуға, уларҙы яҡшыртыуға, күләмле спортты популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Әлеге программа Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса быйылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.