

Элемтә операторы юғары тиҙлекле мобиль интернетҡа Башҡортостандың 38 районындағы 181 ауылды тоташтырҙы.
Был хаҡта Дәүләт идаралығының цифрлы үҫеш министрлығында хәбәр иттеләр. Республикала элемтә һәм интернет селтәрҙәрен үҫтереү "Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы трансформациялау" милли проектының (национальный проект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") маҡсаттарына тап килә.
– Элемтә операторҙары үҙ селтәрҙәрен үҙаллы үҫтерә һәм бының менән цифрлы тигеҙһеҙлекте бөтөрә. Мәҫәлән, элемтә операторы республиканың 181 бәләкәй тораҡ пунктын тиҙлекле интернет менән бөгөн тәьмин итһә, күптән түгел генә Өфө янындағы 4 районда 4G – япмаһын киңәйтте, 8 тораҡ пунктҡа һәм бер баҡса ширҡәтенә интернет үткәрҙе, – тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Был урындарҙа мобиль элемтә яңы технологиялар ҡулланып индерелгән. Мәҫәлән, шылтыратыу ваҡытында тауыштың сифаты яҡшы булыуы Башҡортостанда бына инде өс йыл күҙәтелә.
Бөгөн интернет үткәрелгән был ауылдар операторҙың интернет-базаһында төрлө цифрлы сервистарҙан уңайлы файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булды, мәҫәлән, яҡындары менән видеоэлемтә аша аралашыу, юғары разрешениелы фильмдар ҡарау, маркетплейстарҙа һатып алыу, банк, белем биреү һәм башҡа онлайн-сервистарҙан файҙаланыу.
Фото: Башҡортостан Дәүләт идаралығы һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.