

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Шаран - Яңы Балтас – Андреевка юлын ремонтлау башлынды, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт министрлығы.
Шаран районында дөйөм оҙонлоғо 5,3 километрға тиң ике участкала подрядсы ойошма элекке япманы фрезерлаған, юлды тигеҙләү эшенә тотонған. Ремонт барышында юлсылар асфальт-бетон япмаһын яңыртасаҡ, ситтәрен нығытасаҡ, разметкалар эшләйәсәк.
- Шаран – Яңы Балтас - Андреевка юлы Башҡортостандың нигеҙ селтәренә инә. Ул Илеш, Саҡмағош һәм Шаран райондарындағы байтаҡ ауылдарҙың транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Һәр тәүлек был юл буйынса яҡынса 1200 автомобиль үтә, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.
Быйыл барлығы Шаран, Саҡмағош, Илеш райондарындағы был юлда дөйөм оҙонлоғо 12,4 километрға тиң биш участка төҙөкләндереләсәк.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото:"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.