Милли проекттар
20 Май 2025, 10:15

23 меңдән ашыу уҡыусы һөнәри йүнәлеш буйынса тест үткән

Ул “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла

23 меңдән ашыу уҡыусы һөнәри йүнәлеш буйынса тест үткән23 меңдән ашыу уҡыусы һөнәри йүнәлеш буйынса тест үткән
23 меңдән ашыу уҡыусы һөнәри йүнәлеш буйынса тест үткән

“Рәсәй – минең офоҡтарым“ дәрестән тыш эшмәкәрлек курсы сиктәрендә 2024-2025 уҡыу йылында республикалағы 6-11-се класс уҡыусылары һөнәри йүнәлеш буйынса тест үтте, тип хәбәр итә төбәк Алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге.

“Киләсәккә билет“ һөнәри йүнәлештең берҙәм моделе “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Һөҙөмтәләр буйынса диагностикала ҡатнашҡандарҙың дөйөм һанынан яҡынса 30 проценты (6-11-се класта белем алған 6444 уҡыусы) буласаҡ эшмәкәрлек өлкәһен һайлау буйынса тәҡдимдәр алған. Өҫтөнлөктәр һәм мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, уҡыусыларға түбәндәге эшмәкәрлек өлкәләре буйынса иң күп тәҡдимдәр килгән: Педагогика һәм ИТ-өлкә (37 процент), Хәүефһеҙлек өлкәһе (37 процент), Медицина (35 процент) һәм Хеҙмәтләндереү өлкәһе (33 процент).

“Рәсәй – минең офоҡтарым“ дәрестән тыш эшмәкәрлек курсы 2023 йылдың 1 сентябренән бөтә дөйөм белем биреү ойошмаларында ла индерелгән. Дәрестәр 6-11-се кластарҙа үткәрелә, һәр кимәлдә йәш осорона ярашлы һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләһе тәҡдим ителә. Мәҫәлән, 6-7-се кластарҙа өҫтәмә дәрестәр һайлауға, уҡытыуҙың профиллелегенә, федераль һәм төбәк кимәлендәге хеҙмәт баҙарын өйрәнеүгә, талап ителгән һөнәрҙәр менән танышыуға, үҙ мәнфәғәттәрен, һәләттәрен, шәхси һыҙаттарын баһалай белеүгә, 8-9-се кластарҙа һөнәри белем биреү үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, белем кимәлен һайлауға, 10-11-се кластарҙа профессиональ ролдәргә һәм карьера тректарына баҫым яһала.

Билдәле булыуынса, “Йәштәр һәм балалар“ (национальный проект ”Молодежь и дети”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Башинформ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас