Милли проекттар
20 Май 2025, 05:30

Стәрлетамаҡта Киров паркын яңыртыу дауам итә

Әле паркта бәләкәй архитектура һындарын ҡуялар, спорт һәм балалар майҙансыҡтарында эш бара

Стәрлетамаҡта Киров паркын яңыртыу дауам итәСтәрлетамаҡта Киров паркын яңыртыу дауам итә
Стәрлетамаҡта Киров паркын яңыртыу дауам итә

Былтыр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жильё и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Киров исемендәге паркты төҙөкләндерә башланылар. Быйыл эш яңыртылған милли проект – “Йәшәү өсөн инфрастуктура” (Национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса дауам итә, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы.

Милли проекттан алған ярҙам паркта сифатлы яҡтыртыу ҡорамалдары, бәләкәй архитектура һындары ҡуйырға, Тыныслыҡ атомына һәйкәлде, фонтанды яңыртырға мөмкинлек бирә, арт-объект та эшләп ҡуйыу көтөлә. “Өс ҡаҙ” тип аталған архитектур композиция ла барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Әле паркта бәләкәй архитектура һындарын ҡуялар, спорт һәм балалар майҙансыҡтарында эш бара.

– Был тыныс, уңайлы ял итеү урыны була, ул ҡаланың тарихи өлөшөндәге үҙенсәлекле мөхитте тулыландырып торасаҡ, – тип билдәләй Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.

Мәғлүмәт, фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/722790/?ysclid=maw5u3i4ch252779168

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас