

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса коммуналь инфраструктураны яңыртыу үткәреләсәк. Төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дүрт эсәр һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөләсәк һәм 17-һе ремонтланасаҡ.
Быйыл Өфөлә һигеҙ һәм республиканың төрлө райондарында 12 һыу үткәргес участкаһын яңыртыу күҙаллана. Бынан тыш, биш районда йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттары капиталь ремонтланасаҡ. Мәҫәлән, белгестәр Шишмә ҡасабаһында һыу үткәргес селтәрҙәрен капиталь ремонтлай башлаған да инде. Участканың оҙонлоғо алты километр тәшкил итә.Үрге Ҡыйғы ауылында үҙәк ҡаҙанлыҡты реконструкциялау башлана.
"Башҡортостан эҙмә-эҙлекле рәүештә объекттарҙы һәм инженер селтәрҙәрен, шул иҫәптән федераль программалар иҫәбенә яңыртыу менән шөғөлләнә. „Коммуналь инфраструктураны яңыртыу“ федераль проекты бөтә ил буйынса, шул иҫәптән беҙҙең республикала коммуналь блок системаларын тергеҙеүгә йүнәлтелгән”, — тип билдәләй Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
Дөйөм алғанда, 2023-2024 йылдарҙа республикала 21 объект реконструкцияланған һәм капиталь ремонтланған, шулай уҡ 115 километр инженер селтәрҙәре алмаштырылған, шуларҙың 93 километры — һыу менән тәьмин итеү, 11 километры — һыу ағыҙыу, 11 километры — йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттары.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.