

Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районында 150-нән ашыу кеше “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә ойошторолған “Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнашты. Был хаҡта республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Ата-бабаларҙың батырлығына тәрән рәхмәт һәм хөрмәт символына әүерелгән сара урмансыларҙы, хакимиәт хеҙмәткәрҙәрен, хеҙмәт коллективтары вәкилдәрен, студенттарҙы һәм ирекмәндәрҙе берләштерҙе.
Акцияла ҡатнашыусылар дүрт гектар майҙанда 18 мең йәш ағас ултыртты. Шул иҫәптән 3,5 гектар майҙанда асыҡ тамыр системаһы булған 16 мең шыршы үҫентеһе һәм 0,5 гектар майҙанда ябыҡ тамыр системаһы булған 2 мең ҡарағай үҫентеһе.
– "Хәтер баҡсаһы" – ул яңырыу, тәбиғәтте тергеҙеү символы, ул беҙҙең хәтер символы. Ҡариҙел районы халҡына акцияла әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Бөгөн беҙ йәнә бер тапҡыр берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ барлығына инандыҡ! – тип билдәләне Ҡариҙел урман хужалығы директоры Рәүеф Ғафаров.
“Хәтер баҡсаһы” акцияһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн проекттың интерактив картаһында күрһәтелгән уңайлы локацияны һайларға һәм теркәргә кәрәк. Бөтә кәрәкле инвентарь һәм ултыртыу материалын ойоштороусылар бирә.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.