Милли проекттар
25 Май 2025, 08:30

Был төҙөлөш урындағы халыҡ өсөн мөһим

Республикала Магнитогорск-Ира автомобиль юлы участкаһын ремонтлау башланды

Был төҙөлөш урындағы халыҡ өсөн мөһимБыл төҙөлөш урындағы халыҡ өсөн мөһим
Был төҙөлөш урындағы халыҡ өсөн мөһим

Башҡортостанда Магнитогорск — Ира автомобиль юлын ремонтлау "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә башланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.

Эштәр Күгәрсен районының Ғәзиз ауылы менән Воскресенский ҡасабаһы араһындағы участкала алып барыла. Участканың оҙонлоғо 4,3 километр тәшкил итә. Унда иҫке асфальт алынған. Белгестәргә яңы юл япмаһын һалырға, юл ситтәрен нығытырға һәм билдәләр ҡуйырға кәрәк.

"Был юл - Башҡортостанда тағы бер туристик йүнәлеш. Унан алыҫ түгел "Башҡортостан" милли паркы, Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары урынлашҡан. Бында тәүлегенә 12,5 мең автомобиль йөрөй. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим", - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Магнитогорск-Ира автомобиль юлында Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында дөйөм оҙонлоғо 26,5 саҡрым тәшкил иткән 10 участканы ремонтлау күҙаллана. Бөтә эштәр 2025 йылдың аҙағына тиклем башҡарыласаҡ.
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект "Инфраструктура для жизни") маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Уларға торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм реконструкциялау, шулай уҡ хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу инә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: transport.bashkortostan.ru.

Был төҙөлөш урындағы халыҡ өсөн мөһим
Был төҙөлөш урындағы халыҡ өсөн мөһим
Был төҙөлөш урындағы халыҡ өсөн мөһим
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас