Милли проекттар
26 Май 2025, 05:15

Туймазыға яңы ҡорамалдар килтерелде

Күсмә рентген-аппараттары ярҙамында рентгенография тикшереүҙәре үткәрелгән.

Туймазыға яңы ҡорамалдар килтерелдеТуймазыға яңы ҡорамалдар килтерелде
Туймазыға яңы ҡорамалдар килтерелде

Туймазы үҙәк район дауаханаһына ике күсмә “Ренекс” рентген-аппараты килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Уларҙың килтерелеп ҡуйылыуы һөҙөмтәһендә 700-ҙән ашыу тикшереү үткәрелгән.

Күсмә рентген-аппараттары ярҙамында рентгенография тикшереүҙәре үткәрелгән. Улар мобиль детектор менән йыһазландырылған. Был компьютер экранына юғары сифатлы һүрәттәрҙе алыу мөмкинлекген бирә.

- “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә беҙҙең медицина ойошмаһы заманса ҡорамалдарға эйә булды. Был рентген-аппараттар аҙ хәрәкәтләнгән һәм реанимация пациенттарын диагностик тикшереү өсөн файҙалана, - тип белдерҙе Туймазы үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илдар Гәрәев.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас