

Яңауыл үҙәк район дауаханаһында күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшен дауам итә. Төпкөл ауылдарҙа медицина пункты эшмәкәрлеге “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Мобиль ФАП – халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты алыҫ ауылдарға сығыу өсөн бик уңайлы. Унда кәрәкле бөтә медицина ҡорамалдары бар: артериаль баҫымды үлсәү аппараты, стетоскоп, портатив электрокардиограф, гемоглобинды үлсәү приборы, дефибриллятор, үпкәне яһалма елләтеү системаһы.
2025 йыл башынан күсмә ФАПта, Яңауыл тораҡтарына 65 тапҡыр сығып, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәткәндәр. Шәкәр диабеты, гипертония, онкология сирҙәре асыҡланған.
– Күсмә медицина пункты эше һаулыҡ һаҡлау системаһында мөһим звено булып тора. Уның ярҙамында төпкөл ауылдар халҡына үҙ ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә алабыҙ, – тине Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадъяров.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.