Милли проекттар
27 Май 2025, 09:30

“Рәсәй һыуы” акцияһы үтте

Ҡандракүл буйы матурланып ҡалды

“Рәсәй һыуы” акцияһы үтте“Рәсәй һыуы” акцияһы үтте
“Рәсәй һыуы” акцияһы үтте

“Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы Туймазы районының Ҡандракүл буйында үтте. Был сара “Экологик именлек” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экологическое благополучие") башҡарылды, тип хәбәр итә төбәктең Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Был сарала 300-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашты. Улар Ҡандракүлдә 2,5 километр оҙонлоғонда яр буйҙарын таҙартты, 120 тоҡ сүп-сар йыйҙы: шешәләр, ҡап материалдары, быяла ватыҡтары һәм башҡалар йыйылды. Бынан тыш экология тематикаһына викториналар, “Ҡурай сәскәһе” тигән флешмоб ойошторолдо. Ҡайнар сәй һәм тәмлекәстәр ҙә байрамдың йәме булды.

-Экология өмәһен конкурстар менән уҙғарыу  үҙенсәлекле булды. Унда ҡатнашыусылар тәбиғәтте матурлап ҡына ҡалманы, рәхәтләнеп ял да итте, яҡшы кәйеф алды. Ирекмәндәргә ҙур рәхмәт. Уларҙың тырышлығында республика тураһында хәстәрлек тойола, – тине Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Инна Антонова.

“Экология именлеге” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләүгә йүнәлтелгән һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға маҡсатланған.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

 

  

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас