

Белгестәр Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районындағы Энергетик ауылы юл участкаһында асфальт һала башланы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының бурыстарына ярашлы алып барыла.
Объекттың оҙонлоғо 3 километр. Хәҙер унда юл япмаһының тигеҙләү ҡатламы ҡоролмаһы эшләнгән. Асфальт түшәлгәндән һуң участкала билдәләр ҡуйыла. Эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар.
– Энергетик ауылында дүрт меңгә яҡын кеше йәшәй. Бынан тыш, Эргәлә Ҡарман һыуһаҡлағысы урынлашҡан, унда бөтә республиканан һәм күрше төбәктәрҙән ял итеүселәр һәм балыҡ тотоусылар килә. Был юлды ремонтлау урындағы халыҡ һәм туристар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булдырасаҡ, — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни) маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү.
Был - торлаҡ һәм юлдар төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru.