

Спорт байрамы ғәҙәттәгесә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда башланды. Ҡатнашыусылар стартҡа тиклем патриотик майҙансыҡтарҙа булды, һуғыш йылдарындағы төрлө ҡорал һәм предметтар менән танышты, ретро-техникала ултырып ҡараны, шулай уҡ ГТО нормаларын тапшырҙы. Сәхнәлә ижади коллективтар, солистар һәм диджейҙар сығыш яһаны. Стартта Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез һәм төбәктең башҡа тораҡ пункттарынан дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
“Рәсәй спорты” дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм Рәсәй халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, “Рәсәй спорты“ (государственная программа “Спорт России”) дәүләт программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.