

Башҡортостандың станоктар эшләү компаниялары һаҡсыл технологиялар индереү буйынса федераль проектта ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итә төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
2026 йылдың аҙағына тиклем федераль компетенциялар үҙәге эксперттары 70 станок төҙөүсе өсөн етештереү күләмен арттырыу планын әҙерләй. Эш “Етештереү Һәм автоматлаштырыу саралары” милли проекты (национальный проект “Средства производства и автоматизации”) сиктәрендә уҙғарыла. 20 төбәктән 32 компания менән килешеүҙәр төҙөлгән дә инде. Иң күп компаниялар Мәскәү өлкәһенән, Сыуашстандан, Башҡортостандан һәм Санкт-Петербургтан. 18 предприятиела эш башланды. Сентябрҙә тәүге һөҙөмтәләр булырға тейеш.
— Рәсәй станоктар эшләүҙе үҫтереү буйынса проектта 2026 йыл аҙағына тиклем ватан станоктары йәки уларҙың компоненттарын етештереү күләменең үҫеш потенциалын асыҡлау буйынса 70 проектты тормошҡа ашырырға кәрәк. Эксперттарыбыҙҙың эше йомғаҡтары буйынса беҙ предприятиеға комплекслы аныҡ саралар планын тапшырабыҙ, уларҙы үтәп компания бығаса файҙаланылмаған сығанаҡтарҙыы йәлеп итә, үҙенең ҡеүәтен тулыраҡ аса һәм станоктар йәки уларҙың деталдәрен етештереү күләмен арттыра ала, — тип хәбәр итте “Металл эшкәртеү-2025” форумының профилле сессияһында Федераль компетенциялар үҙәгенең генераль директоры Максим Папушенко.
Башҡортостандың бер юлы өс компанияһы Проектта ҡатнашыуға заявка бирҙе: "Инмаш", "Станкомонтаж" һәм "ЕСМ" концерндары.
– Республика технологик суверенитеттың яңы милли проекттарында әүҙем ҡатнаша. Рәсәй станоктар эшләүҙе үҫтереү буйынса федераль проектта республика компаниялары иң яҡшыһы булыр тип ышанам, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Фото: economy.bashkortostan.ru.