Милли проекттар
3 Июнь 2025, 11:15

100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләклән

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ аҙналығы 3000-дән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы

100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләклән100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләклән
100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләклән

Башҡортостанда “Бөтәһенә лә эш табыласаҡ!” девизы аҫтында йыл һайын уҙған эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтте. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә ойошторолған күләмле сарала өс меңдән ашыу эшҡыуар, үҙмәшғүл, студент, власть, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.

– Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес йылдан-йыл тотороҡлораҡ үҫеш күрһәтә. Ағымдағы йылдың майында ғына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 146 меңдән ашҡан. Бындай сараларҙы үткәреүҙә бизнестың ҡатнашлығы республикабыҙ эшҡыуарҙарының үҫеш менән ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, бының өсөн бөтә шарттар булдырасаҡбыҙ. Бергәләп Башҡортостанды эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн иң уңайлы төбәк итәсәкбеҙ, – тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Саралар үткәреү географияһы республиканың муниципаль берәмектәренә лә таралған. “Минең бизнесым” үҙәге офистары эшҡыуарҙар һәм яңы бизнес-идеялар өсөн төп йәлеп итеү нөктәләре булып тора.

Аҙна дауамында 100-ҙән ашыу халыҡ-ара, федераль һәм төбәк кимәлендәге спикерҙар һәм эксперттар ҡатнашлығында төрлө форматтағы 60-тан ашыу сара ойошторолдо. Форум сиктәрендә ҡатнашыусылар мәғлүмәт һәм экологик хәүефһеҙлек, цифрлаштырыу, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә бизнесын үҫтереү, туристик тармаҡ һәм креатив индустриялар, бизнесты тарҡатыуҙа хәүеф һәм хоҡуҡи эҙемтәләр, дәүләт һатып алыуҙары мәсьәләләрен ҡараны.

– Эшҡыуарлыҡ аҙналығында ҡатнашыу яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға уны башлау һәм уңышлы үҫтереү өсөн кәрәкле ҡиммәтле белем һәм күнекмәләр алыу мөмкинлеген бирә, ә бизнес өсөн — был яңы уҙаҡташтар эҙләү, бәйләнештәр селтәрен киңәйтеү һәм власть һәм ярҙам институттары менән үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалыу өсөн платформа, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә республиканың бизнес-берләшмәһе тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн 100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләкләнде. Шулай уҡ бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр асыусы тағыҙ хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Фото: pravitelstvorb.ru.

100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләклән
100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләклән
100-ҙән ашыу эшҡыуар бүләклән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас