Милли проекттар
3 Июнь 2025, 06:30

Тотош команданың эш шарттарын яҡшыртҡан

Был милли проект һөҙөмтәһендә мөмкин булған

Тотош команданың эш шарттарын яҡшыртҡанТотош команданың эш шарттарын яҡшыртҡан
Тотош команданың эш шарттарын яҡшыртҡан

Иглин үҙәк район дауаханаһына яңы операциялар яһау өҫтәле килтерелгән. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Заманса универсаль операциялар яһау өҫтәле - әмәлиәттәр атҡарыу һәм унан һуң пациенттарҙы тикшереү өсөн бик уңайлы әмәл. Ул табип һәм пациент өсөн бик уңайлы. Өҫтәүенә ундағы уңайлы матрас пациент өсөн яҡшы.

- Был заманса ҡорамал пациенттарҙың үҙҙәре өсөн дә, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә уңайлы шарттар булдырыу өсөн шәп. Уның функциялары күп, көйләү өсөн дә еңел. Медицина ҡорамалдарын яңыртыу – тотош командабыҙҙың эш шарттарын яҡшыртыу һәм хирургия ярҙамы сифатын күтәреү өсөн мөһим аҙым, - тип белдерҙе Иглин үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге етәксеһе Альфред Нәбиев.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас