

Благовещен районы Бедеев Поляна ауылындағы дауахана бинаһы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярҙамында 65 процентҡа ремонтланған, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.
Бында яңы тәҙрәләр ҡуйылған, әле плитә һалыу тамамлана, электр, вентиляция һәм йылытыу системаһы монтажлана. Эштәрҙе 2025 йылдың авгусына тамамлау планлаштырыла.
– Беҙ халыҡтың фекерен ишеттек һәм уның йәшенә ҡарамай бинаны һаҡлап ҡалырға ҡарар иттек. Төп конструкциялар яҡшы хәлдә, һәм ремонттан һуң дауахана кешеләргә хеҙмәт итеүен дауам итәсәк. Бынан тыш, урындағы эшҡыуар менән берлектә эргә-тирәләге биләмәне һәм инеү төркөмөн төҙөкләндерергә булдыҡ, – тип билдәләне Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова.
Ремонт тамамланғандан һуң табип амбулаторияһында 10 койкалыҡ көндөҙгө стационар һәм 6 койкалыҡ тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар эшләйәсәк. Пациенттарҙы участка терапевты, педиатр һәм сменаһына 50 кеше ҡабул итә алған башҡа белгестәр ҡабул итәсәк.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын - 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фотолар: Благовещен район үҙәк дауаханаһының матбуғат хеҙмәте.