Милли проекттар
10 Июнь 2025, 04:30

Йөрәк торошон тикшерәсәк

Комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолоуҙарын, ҡан әйләнеше проблемаларын һәм башҡа мөһим үҙгәрештәрҙе асыҡларға мөмкин.

Йөрәк торошон тикшерәсәкЙөрәк торошон тикшерәсәк
Йөрәк торошон тикшерәсәк

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы,  артериаль баҫымды һәм электрокардиограмманы тәүлек әйләнәһенә  мониторлау  комплексы алынды.

 Был комплекс йөрәк торошон тәүлек әйләнәһенә күҙәтергә ярҙам итә. Ул электрокардиограмманы, артериаль баҫымды, тын алыу функцияларын, пациент ҡанындағы  кислород кимәлен теркәй. Бындай тикшереү табипҡа йөрәк эшмәкәрлеге тураһында ЭКГ тикшереүенә ҡарағанда күберәк мәғлүмәт бирә. Комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолоуҙарын, ҡан әйләнеше проблемаларын һәм башҡа мөһим үҙгәрештәрҙе асыҡларға мөмкин.

– Был ҡорамал ярҙамында беҙ йөрәк ритмы һәм башҡа йөрәк-ҡан тамырҙары проблемаларын теүәлерәк билдәләй алабыҙ. Был дөрөҫ диагноз ҡуйыу һәм дауалау тәғәйенләү өсөн бик мөһим. Беҙгә ул ваҡытында үҙгәрештәргә иғтибар итергә һәм медицина ярҙамы сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә, –тине Ҡариҙел дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас