Милли проекттар
12 Июнь 2025, 05:30

Ауылдан китмәй генә тикшерелергә була

Яңы ФАП-тар төҙөлөүе ауыл кешеләрен хәстәрләй

Ауылдан китмәй генә тикшерелергә булаАуылдан китмәй генә тикшерелергә була
Ауылдан китмәй генә тикшерелергә була

“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Подгорная ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Был турала төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Белгестәр свайҙар һәм металл нигеҙҙәр ҡорған, каркасын күтәргән, ҡыйығын япҡан. Бина төҙөлөп бөткәс, ФАП яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.

–Подгорное ауылындағы ФАП-та беренсел медицина ярҙамы 300-ҙән ашыу кешегә күрһәтеләсәк. Уларға йорттарынан йыраҡ түгел заманса бинала диспансеризация үтергә, прививка яһатырға, тейешле медицина ярҙамы алырға мөмкинлек буласаҡ, - ти фельдшер Игорь Арбузов.

“Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының маҡсаты -граждандарҙың оҙон ғүмерлегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас