

Ағымдағы йыл башынан Башҡортостандан Ҡытайға 7,5 мең тоннанан ашыу рапс майы ебәрелгән. Был күрһәткес былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 2,5 мең тоннаға күберәк.
Республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияларын сит илдәргә һатыу – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса булдырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) йүнәлештәренең береһе.
“Россельхознадзор”ҙың төбәктәге идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 20 июненә тиклем рапс майы тейәлгән 353 тимер юл флекситанкы ҡаралған һәм теркәлгән. Улар республиканың май һығыу предприятиелары тарафынан әҙерләнгән. Барлыҡ продукцияға лабораторияларҙа комплекслы тикшереү үткәрелгән, хәүеф табылмаған.
Рапс, юғары маржиналле майлы культура булараҡ, төрлө тармаҡтарҙа ҡулланыла. Унан аҙыҡ, фармакология, косметика сәнәғәте, биодизель һ.б. өсөн май етештерәләр.
Башҡортостанда быйыл аграрийҙар 82 мең гектар рапс сәсте.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.