

Ҡариҙел ауылында урынлашҡан үҙәк район дауаханаһына күсмә рентген-аппарат килде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”), ярҙамы менән алынды, тип хәбәр иттеләр төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Аппарат дауахана палаталарында һәм башҡа махсуслашмаған биналарҙа рентгенография үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Пациенттың рентген кабинетына үҙаллы барып етеү мөмкинлеге булмаһа ла, ҡорамалдарҙа тиҙ һәм сифатлы фотолар төшөрөргә мөмкин. Был оло йәштәгеләр өсөн мөһим.
Аппараттың конструкцияһы уны маневрлы шасси ярҙамында еңел хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә. Табиптар компьютер экранында тиҙ арала юғары сифатлы диагностик һүрәт ала, был экспресс-диагностика үткәрергә мөмкинлек бирә.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан 24” телеканалы.