

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Инфраструктура для жизни ) Ҡырмыҫҡалы –Түбәнге Төкөн автомобиль юлындағы йылға аша күпер реконструкциялана. Был объект Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылында урынлашҡан, тип хәбәр итә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
Был төҙөлөш ҡоролмаһының оҙонлоғо 23 метр тәшкил итә. Белгестәр күперҙең үҙендә һәм эргә-тирәһендә юл ҡатламын тигеҙләгән. Тиҙҙән яңы япма һалына башлаясаҡ. Шулай уҡ яндауырҙары ла ҡороласаҡ. Капиталь ремонтты 2025 йылда тамамлау ниәтләнә.
- Был күпер ҙур түгел, ләкин мөһим роль уйнай. Александровка ауылында йәшәүселәргә төбәк әһәмиәтендәге юлға сығыу мөмкинлеген аса. Күперҙә реконструкция башҡарылған арала ваҡытлыса урау юл булдырыла, - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекттың маҡсаты – ауылдарҙы комплеклы үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владими Путин ҡарары менән быйылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.