

Асҡар үҙәк район дауаханаһына,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, күсмә рентген-аппарат алынды.
Яңы ҡорамал рентгенография үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Алынған һүрәтте сымһыҙ мобиль яҫы панелле детекторға теркәй. Шуға күрә ҡорамалды дауахана палаталары һәм башҡа махсуслаштырылмаған урындарҙа ҡулланырға һәм тикшереүҙәр үткәрергә мөмкин. Аппарат конструкцияһын еңел күсереп йөрөтөп була. Өҫтәүенә ул бик тотороҡло.
Һанлы технология тикшереү барышында компьютер экранында юғары сифатлы диагностик һүрәт алырға, белгескә экпресс- диагностика үткәрергә мөмкинлек бирә.
– Яңы ҡорамалда ашығыс осраҡтарҙа патологияны оператив рәүештә асыҡларға, аҙ хәрәкәтләнеүсән пациенттарҙы транспорт менән рентген кабинетына илтмәйенсә лә урында тикшерергә мөмкин. Шуға күрә ауыр сирлеләрҙә өҙлөгөү хәүефе кәмей, – ти дауахананың табип-рентгенологы Гөлсөм Зәйнуллина.
Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.