Милли проекттар
20 Июнь 2025, 02:30

Аксенов – Аксаков – Бәләбәй юлын ремонтлай башланылар

Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә 735 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ремонтлау күҙаллана.

Аксенов – Аксаков – Бәләбәй юлын ремонтлай башланыларАксенов – Аксаков – Бәләбәй юлын ремонтлай башланылар
Аксенов – Аксаков – Бәләбәй юлын ремонтлай башланылар

Башҡортостандың Бәләбәй районында Аксенов – Аксаков – Бәләбәй автомобиль юлын ремонтлау башланды. Юл эштәре “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәктең транспорт министрлығынан.

Надеждин ауылында 1,5 км оҙонлоҡтағы участкала юлсылар иҫке япманы фрезерлай, соҡорҙарҙы бөтөрә һәм тигеҙләү ҡатламын төҙөй. Тиҙҙән подряд ойошмаһы асфальт-бетон япма һала башлаясаҡ, һуңынан юл ситтәрен нығытасаҡ, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

– Аксенов – Аксаков – Бәләбәй юлы Надеждин ауылының Үҙәк урамы буйлап үтә. Ул урындағы халыҡты юл менән тәьмин итә, шулай уҡ мәҙәни мираҫ һәм ял объекттарына алып бара - С. Аксаков, Димитрий Солунский ғибәҙәтханаһы һәм Аксаковтар йорто, мөһим һәйкәл һәм мемориалға 1941-1945 йылдарҙа госпиталдә яраларҙан вафат булған совет яугирҙәренең ҡәберлегенә. Шуға күрә юлдың ошо участкаһын тәртипкә килтереү мөһим, – тип билдәләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Эштәрҙе 2025 йылдың сентябрь аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

 Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә 735 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ремонтлау күҙаллана. Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Магнитогорск – Ира, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе, Белорет – Учалы – Мейәс һәм башҡа юл участкалары норматив хәлгә килтереләсәк.

Фото сығанағы: Башкирия Culture.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас