Милли проекттар
22 Июнь 2025, 06:30

Белорет районы китапханаһы һаҡсыл технологиялар флагманына әйләнде

Башҡортостанда һаҡсыл технологиялар индереүгә республиканың 200-ҙән ашыу эре һәм урта предприятиеһы йәлеп ителгән.

Белорет районы китапханаһы һаҡсыл технологиялар флагманына әйләндеБелорет районы китапханаһы һаҡсыл технологиялар флагманына әйләнде
Белорет районы китапханаһы һаҡсыл технологиялар флагманына әйләнде

Белорет районы китапханаһының социаль өлкәлә һаҡсыл технологиялар индереү буйынса тәжрибәһе бөтә ил буйынса таратыла, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белорет районының Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы эшен ҡулайлаштырыу миҫалы федераль кимәлдә танылды һәм "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының (национальный проекта “Эффективная и конкурентная экономика”) “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” проекты сиктәрендә федераль кимәлдә таратыла. Республиканың уңышлы тәжрибәһе тураһында “Производительность.рф” журналында һөйләнеләр.

Башҡортостанда һаҡсыл технологиялар индереүгә республиканың 200-ҙән ашыу эре һәм урта предприятиеһы йәлеп ителгән, ә производство процестарын аҙым-аҙым камиллаштырыусы, инновациялар индереүсе һәм һөҙөмтәлелекте арттырыусы реаль компаниялар.

– Был статистика ғына түгел, ә етештереү процестарын камиллаштырыусы, инновациялар индереүсе һәм һөҙөмтәлелекте арттырыусы реаль саралар. Бөгөн беҙ сәнәғәт секторы сиктәренән сығып, һаҡсыл етештереү ҡоралдарын социаль өлкәгә – китапханаларҙан алып мәҙәниәт учреждениеларына тиклем таратабыҙ, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Белорет районының Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Любовь Кузьмина журнал биттәрендә мәғлүмәттәрҙе электрон иҫәпкә алыуҙы һәм китаптар һатып алыу буйынса коллегиаль ҡарарҙар ҡабул итеүҙе индереү һорауға тиҙ арала яуап бирергә һәм хеҙмәттәр сифатын күтәрергә мөмкинлек биреүе хаҡында һөйләне. Ошоноң арҡаһында китапханаға килеүселәр һаны арта. Фондты формалаштырыу буйынса совет булдырыла, белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеү ойошторола.

Башҡортостан китапханаһы кейсы Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектының белем базаһына инде. Яҡын арала федераль компетенциялар үҙәге РФ Хеҙмәт министрлығы һәм мәҙәниәт министрлығы өсөн өс программалы ҡарар сығарасаҡ.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Белорет районы китапханаһы һаҡсыл технологиялар флагманына әйләнде
Белорет районы китапханаһы һаҡсыл технологиялар флагманына әйләнде
Белорет районы китапханаһы һаҡсыл технологиялар флагманына әйләнде
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас