Милли проекттар
22 Июнь 2025, 09:30

Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы яңыра

Төньяҡҡа юлдарҙы быйыл ремонтлап бөтәсәктәр.

Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы яңыраӨфө – Бөрө – Яңауыл юлы яңыра
Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы яңыра

Борай, Ҡалтасы, Мишкә райондарында Өфө – Бөрө – Яңауыл юлының биш участкаһында ремонт эштәре бара. Был эштәр “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт министрығы.

Участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо 8,6 километр тәшкил итә. Белгестәр яңы асфальт япма һалған. Артабан юл ситтәрен нығытыуға, тамға һалыуҙы башҡарыуға керешәсәктәр. Барлыҡ эштәрҙе быйыл тамамлау ниәтләнә.

- Өфө - Бөрө - Яңауыл юлы Башҡортостандың терәк селтәренә инә. Был трасса Башҡортостандың баш ҡалаһын  республиканың төньяҡ–көнбайыш райондары менән бәйләй. Бик күп ауылдар менән үҙ-ара транспорт бәйләнешен булдыра. Яңауыл – Башҡортостандың иң төньяҡта урынлашҡан ҡалаһы һәм республикабыҙҙың Төньяҡ ҡапҡаһы булып иҫәпләнә, - ти транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – ауылдарҙы комплексы үҫтереү. Бында торлаҡ һәм юлдарҙы төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктураны яңыртыу инә. Яңыртылған милли проекттар быйылдан ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас