

Нефтекама дауаханаһына ике яңы “Элепс” электрохирургия аппараты килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Элепс аппараты электрохирургияла ҡулланылған заманса ҡорамал булып тора, ул юғары дәрәжәлә аныҡлыҡ һәм туҡымаларҙы минималь йәрәхәтләү менән операциялар башҡарырға мөмкинлек бирә. Был пациенттарҙы ауырығандан һуң тиҙерәк тергеҙеүгә генә түгел, ә хирургик интервенцияларҙан һуң өҙлөгөү хәүефен кәметеүгә лә булышлыҡ итә.
— Яңы аппараттар ярҙамында пациенттарыбыҙға медицина ярҙамы сифатын арттыра аласаҡбыҙ. Был заманса ҡорамалдар операцияларҙы хәүефһеҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк үткәрергә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Нефтекама дауаханаһының баш табибы Рафаэль Зыятдинов.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырырға тейеш.
Поликлиникаларҙы, амбулаторияларҙы, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу дауам итә, эшкә квалификациялы медицина кадрҙарын йәлеп итәләр.
Хроник ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙә, диагностикалауҙа һәм дауалауҙа яңы алымдар ҡулланыла. Ашығыс медицина ярҙамы һәм реабилитация системаһы яҡшыра, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш бара.
Фото: “Башҡортостан24” телеканалынан.