

Башҡортостанда Туймазы районының Ярмунса ауылында “Бишҡурай” музей-тирмәһе асылды. Этнотирмә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) маҡсаттарына өлгәшеүҙә ярҙам итәсәк тағы ла бер туристарҙы йәлеп итеү урыны булды, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
"Музейҙың биҙәлешен өйрәнеп, килеүселәр башҡорттарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша аласаҡ. Ә QR-код аша үтеп, махсус эшләнгән „Бишҡурай“ ҡушымтаһына эләгәсәк. Башҡорт телен өйрәнеү менән бер рәттән улар Башҡортостандың флораһы һәм фаунаһы, тәбиғәт ландшафты һәм башҡа бик күп нәмәләр тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт аласаҡ”, — тип билдәләне проект авторҙарының береһе Айнур Хәйбуллин.
Тантана көнөндә этнотирмәлә башҡорт теле уҡытыусылары өсөн беренсе сара – семинар үтте. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы факультеты доценты Айгөл Сәғитова Туймазы районында йәйге практика йомғаҡтары тураһында һөйләне. Экспедицияла студенттар урындағы фольклорҙы һәм башҡорт һөйләшенең үҙенсәлектәрен өйрәнә.
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәттәрҙе алға ебәрергә ярҙам итә. Туристар сифатлы хеҙмәт һәм яҡшы тәьҫораттар ала, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.