Милли проекттар
24 Июнь 2025, 04:30

Аксен –Аксаково –Бәләбәй юлы төҙөкләнә

Мөһим объекттарға йүнәлтә был юл

Аксен –Аксаково –Бәләбәй юлы төҙөкләнәАксен –Аксаково –Бәләбәй юлы төҙөкләнә
Аксен –Аксаково –Бәләбәй юлы төҙөкләнә

Аксен –Аксаково –Бәләбәй автомобиль юлындағы юл участкаһы ремонтлана башланы, ул Бәләбәй районында урынлашҡан. Саралар  “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) башҡарыла. Надеждино ауылындағы өлөштә  1,5 километр оҙонлоғонда юлда иҫке япма алынған, тигеҙләү ҡатламы һалынған. Яҡын көндәрҙә асфальт –бетон япма һалына башлаясаҡ. Һуңынан юл ситтәре нығытыласаҡ, юл разметкаһы эшләнәсәк.Был эштәрҙе 30 сентябргә тиклем тамамлау ниәтләнә.

-Аксен –Аксаково –Бәләбәй юлы Надеждино ауылының Үҙәк урамынан үтә. Ул мәҙәни мираҫ һәм ял объекттарына илтә. С.Аксаков исемендәге шифаханаға, Дмитрий Солунский сиркәүенә, 1941-1945 йылдарҙа госпиталдәрҙә һәләк булған совет яугирҙәренең туғанлыҡ ҡәбере-мемеориалына ла ошо юл үтә. Шуға ла был участканы тәртипкә килтереү мөһим, - тине Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Быйыл Башҡортостанда “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проект буйынса 735 километр оҙонлоғонда төбәк һәм муниципаль маршруттарҙы ремонтлау ниәтләнә.

Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас