Милли проекттар
25 Июнь 2025, 03:30

Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгестәр асыҡлана

Бөтә Рәсәй конкурсы баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙа

Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгестәр асыҡланаЭкологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгестәр асыҡлана
Экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгестәр асыҡлана

Предприятие һәм ойошмалар “Рәсәйҙең экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгесе-2025” IV Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашырға саҡырыла. 26 июндә Өфөлә ойошторолған сара “Экологик хәүефһеҙлек” милли проектына ярашлы (национальный проект «Экологическое благополучие») уҙғарыла. Был хаҡта БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә.

Конкурста тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса белгестәр ҡатнаша ала. Улар был вазифала алты айҙан да кәм эшләмәҫкә тейеш.

– Экология проблемаларын хәл итеү, тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу үҙ эшенең оҫталарынан тыш бара алмай. Тәбиғәттең таҙалығы, халыҡтың һаулығы, иҡтисадтың ныҡлығы һәм сәнәғәт компанияларының һөҙөмтәлелеге ошо белгестәрҙең квалификацияһына бәйле. Һөнәрҙең абруйын күтәреү генә түгел, белгестәрҙе яңы проект һәм ҡаҙаныштарға ынтылдырыу ҙа ныҡ мөһим. Әлеге конкурс ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тота. Республикабыҙың экологик яҡтан тотороҡлолоғо экологик хәүефһеҙлек белгестәренә ныҡ бәйле, – ти БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Тәүге өс урынды алған белгестәр “Рәсәйҙең экологик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгесе-2025” исеменә лайыҡ була. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең был өлкәләге 10 иң яҡшы белгесенән торған рейтинг төҙөлә.

Фото: https://gtrkrb.ru/novosti/...

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас