

Өфөлә Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында “Минең хыялым ҡанаттары” балалар инклюзив фестивале үтте. Ул “Экология именлеге” милли проектына ярашлы ойошторолдо.
Сарала сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашты. Фестиваль ҡунаҡтары өсөн ҡағыҙ һәм туҡыманан уйынсыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Байрамға килгән балалар Рәсәй халыҡтарының матур милли костюмдарын кейгән ине. “Фестивалдең төп маҡсаты – балаларҙа ил тарихына һәм мәҙәниәтенә хөрмәтле мөнәсәбәт тыуҙырыу, тыуған яғың менән сикһеҙ ғорурланыу, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, һәр баланың ижади һәләттәрен асыу. Шуға күрә фестивалгә ярашлы беҙ “Урал батыр” эпосы геройҙарына арналған балалар һүрәттәренә конкурс ойошторҙоҡ”, – тине “Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһы”ның Өфө бүлексәһе рәйесе Ришат Аллағужин.
Сараның үҙенсәлекле өлөшө булып һауаға аҡ күгәрсендәр осороу һәм теләк ағастары ултыртыу торҙо.
“Экология именлеге” ( нацпроект “Экологическое благополучие”) милли проекты тирә-яҡ мөхит именлеген хәстәрләй һәм уны кешеләр тормошо өсөн уңайлы итә. Эш бер нисә йүнәлеш буйынса дауам итәсәк.
Был проект сүп-сар өйөмдәрен артабан да үтилләштереүгә, зарарлы объекттарҙы бөтөрөүгә, икенсел сеймалды файҙаланыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ йорттарҙа заманса экологик ҡаҙандар урынлаштырыу һәм күмер ҡаҙандарын яңыртыу мәсьәләһе лә ҡарала. Тағы ла бер йүнәлеш – һыу объекттарын тергеҙеү, урмандарҙы һаҡлау, биологик төрлөлөктө һаҡлау. Айырыуса һаҡлауға мохтаж яңы тәбиғәт биләмәләре барлыҡҡа киләсәк. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.