Милли проекттар
26 Июнь 2025, 05:30

ӨДНТУ хеҙмәткәрҙәренең психик һаулығын яҡшыртыу проектын башлаған.

Уны Өфө дәүләт нефть технология университетының Психология һәм шәхес үҫеше үҙәге белгестәре «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Өҫтөнлөклө 2030» программаһы сиктәрендә эшләгән.

ӨДНТУ хеҙмәткәрҙәренең психик һаулығын яҡшыртыу проектын башлаған.ӨДНТУ хеҙмәткәрҙәренең психик һаулығын яҡшыртыу проектын башлаған.
ӨДНТУ хеҙмәткәрҙәренең психик һаулығын яҡшыртыу проектын башлаған.

Өфө дәүләт нефть технология университеты хеҙмәткәрҙәренең психик сәләмәтлеген нығытыу проектын тормошҡа ашыра башланы, тип хәбәр иттеләр университеттан. Уны Өфө дәүләт нефть технология университетының Психология һәм шәхес үҫеше үҙәге белгестәре «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Өҫтөнлөклө 2030»( «Приоритет 2030» национального проекта «Молодёжь и дети»)  программаһы сиктәрендә эшләгән. Ул профессиональ янып бөтөүҙе иҫкәртеүгә һәм тормошта ауыр хәлгә ҡалған хеҙмәткәрҙәргә психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Маҡсат – университеттың кеше капиталына ярҙам итеү системаһын эшләү: психо-эмоциональ хәлде яҡшыртыу һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри һөҙөмтәлелеген арттырыу, корпоратив мәҙәниәтте үҫтереүҙе һәм университетҡа тоғролоҡто арттырыу.

Проект комплекслы программа булып тора һәм йыл дауамында төркөм дәрестәре һәм шәхси консультациялар теҙмәһен үҙ эсенә ала. 2025 йылда унда кәмендә 200-ҙән кәм булмаған  Өфө дәүләт нефть технология университеты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашасаҡ. Психологтар уларға эмоциональ һәм профессиональ янып бөтөү билдәләрен иҫкәртергә һәм еңергә ярҙам иткән алымдарҙы үҙләштерергә ярҙам итәсәк, проблемалы хәлдәрҙе тейешле кимәлдә баһаларға һәм үҙҙәре менән идара итергә өйрәтәсәк. Һөҙөмтәлә командала конфликт һәм агрессия кимәле кәмейәсәк, был эш мөхитенә һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

«ӨДНТУ хеҙмәткәре» проектының пилот форматы 2024 йылда тормошҡа ашырылған, унда 250-гә яҡын юғары уҡыу йорто хеҙмәткәре ҡатнашҡан, улар өсөн психологтар 60-тан ашыу төркөм сессияһы һәм 70-тән ашыу шәхси консультация үткәргән. Улар ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне: стресс һәм эмоциональ янып бөтөү кимәленең кәмеүен, эштән ҡәнәғәтлек кимәленең артыуын һәм карьера үҫеше мөмкинлектәрен арттырыуҙы. Психологтар менән эшләү һөҙөмтәһендә ҡайһы берәүҙәр һөнәри янып бөтөү сәбәпле эш урынын алмаштырыу идеяһынан баш тартып, университет эсендә яңы хәл итеү юлдарын тапҡан.

Фото: gtrkrb.ru

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас