Милли проекттар
27 Июнь 2025, 06:45

Өфө ғалимдарының патенты танылыу яуланы

Был миҫал Башҡортостанда Вуз-ара кампус базаһында  барлыҡҡа килгән системаның һөҙөмтәлеге тураһында һөйләй. Ул төбәктең инновациялар өлкәһендәге позицияһын нығыта һәм илдең стратегик бурыстарын хәл итергә ярҙам итә.

Өфө ғалимдарының патенты танылыу яуланыӨфө ғалимдарының патенты танылыу яуланы
Өфө ғалимдарының патенты танылыу яуланы

Өфөнөң Вуз-ара кампусы белгестәренең уйлап тапҡан ҡаҙанышы Рәсәйҙә аҙнаның иң яҡшы патенты тип танылды. Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт (“Роспатент”) Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдарының эшләнмәһен 2025 йылдың июнендәге әһәмиәтле ҡаҙаныштар рәтенә индерҙе. Кампустарҙы үҫтереү һәм төҙөү “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы алып барыла.

Металдарҙы баҫым менән һалҡын килеш эшкәртеү өсөн инновацион майлауҙың авторҙары – профессорҙар Алексей Абрамов һәм Александр Боткин, доцент Олег Голубев һәм уҡытыусы Ренат Хәмәтдинов. Был йүнәлеш металл әйберҙәр производствоһында пластик деформациялау ысулы менән ҡулланыла. Һалҡын килеш эшкәртеү материалдың ныҡлығын һаҡлай, тик сатнау һәм деформациялар барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Был етешһеҙлектәрҙе махсус майлау материалдары менән бөтөрөргә була.

Яңы майлау ысулы яҡшыртылған трибологик үҙенсәлектәргә эйә, күп тапҡыр операциялар башҡарғанда энергия ҡулланыуҙы кәметә.

–Был миҫал Башҡортостанда вуз-ара кампус базаһында  барлыҡҡа килгән системаның һөҙөмтәлеге тураһында һөйләй. Ул ғилми тикшеренеүҙәрҙе, патентлауҙарҙы һәм коммерциализациялауҙы берләштерә, төбәктең инновациялар өлкәһендәге позицияһын нығыта һәм илдең стратегик бурыстарын хәл итергә ярҙам итә, – тип билдәләне Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров.

Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект "Молодежь и дети") йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү-производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас