Милли проекттар
1 Июль 2025, 05:30

Ҡыҙыҡһыныу артҡан

Башҡортостан эшҡыуарҙары дәүләт хеҙмәттәре порталында ерҙе ҡуртымға алыу өсөн ғаризалар һанын ике тапҡырға арттырҙы

Ҡыҙыҡһыныу артҡанҠыҙыҡһыныу артҡан
Ҡыҙыҡһыныу артҡан

Башҡортостан эшҡыуарҙары Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы аша республиканың дәүләт милкендәге ер участкаларын алыуға 14 меңгә яҡын ғариза ебәргән. Былтыр ошо уҡ осорҙа 7,5 меңгә яҡын ғариза ебәрелгән, был ағымдағы менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәмерәк булған. Хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр төбәктең дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан.

– Беҙҙең республика порталындағы хеҙмәт ярҙамында эшҡыуарҙар ерҙе ғәмәлдә алмайынса файҙаланыуға рөхсәт ала. Шулай уҡ сервитут йәки асыҡ сервитут булдырыу кәрәкмәй, был төрлө объекттарҙы урынлаштырыу процедураһын ябайлаштыра, шулай уҡ бизнес алып барыу өсөн кәрәкле рөхсәт алыу процесын тиҙләтә, – тип билдәләне Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Хеҙмәттең популярлығы уның уңайлығы һәм бизнес өсөн файҙаһы менән бәйле, бигерәк тә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, ул сығымдарҙы кәметергә һәм яңы проекттарҙы башлауҙы тиҙләтергә ынтыла.

– Эшҡыуарҙарҙың ерҙе ҡуртымға алыуға ҡыҙыҡһыныуы бизнесҡа ярҙам итеү өлкәһендә алып барылған сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген раҫлай.

Шуныһы мөһим, был механизм проекттарҙы башлау ваҡытын ҡыҫҡартыу ғына түгел, ә стартта финанс йөкләмәһен кәметеү мөмкинлеген дә бирә. Эшҡыуарҙар үҙ эшен үҫтереү өсөн кәрәкле сығанаҡтарҙы тағы ла тиҙерәк һәм уңайлыраҡ ала алһын өсөн һанлы сервистарҙы камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас