Милли проекттар
2 Июль 2025, 12:20

Был ҡошсоҡтар алыҫҡа юлланды

Башҡортостан таможня союзы илдәренә 140 мең башҡа яҡын йәш ҡош-ҡортто экспортҡа сығарған.

Был ҡошсоҡтар алыҫҡа юлландыБыл ҡошсоҡтар алыҫҡа юлланды
Был ҡошсоҡтар алыҫҡа юлланды

Быйыл 9 ғинуарҙан 30 июнгә тиклем Башҡортостандың ҡошсолоҡ предприятиелары Таможня союзы илдәренә 139,6 мең баш йәш ауыл хужалығы ҡош-ҡортто оҙатты. Был хаҡта Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы тауары сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Дөйөм алғанда, экспортҡа 101 партия ҡош контролдә тотола. Шуларҙың 72900– йәш тауыҡтар һәм тәүлек тауыҡтары, 65200-е – тәүлек ҡаҙҙары һәм 1500-е – тәүлек өйрәктәре. Бөтә тере тауар партиялары лаборатория һынауҙарын Россельхознадзор ҡарамағындағы аккредитацияланған лабораторияла үтә.

Биологик материалды анализлау һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандан бөтә ауыл хужалығы ҡошо ЕАЭС илдәре талаптарына тап килә, тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Россельхознадзорҙа.

 Фото: 102.fsvps.gov.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас