Милли проекттар
2 Июль 2025, 03:30

Киләсәк улар ҡулында

ӨДНТУ нефть һәм газ өлкәһендә системалы инжиниринг өлкәһендә тәүге магистрҙар сығарҙы.

Киләсәк улар ҡулындаКиләсәк улар ҡулында
Киләсәк улар ҡулында

Өфө дәүләт нефть техник университеты нефть һәм газ өлкәһендә системалы инжиниринг өлкәһендә тәүге магистрҙар сығарҙы. Яңы белем биреү программаһын “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Приоритет 2030” программаһы сиктәрендә булдырылған Өфө нефть мәктәбенең Евразия политехник мәктәбе (ЕПМ)тормошҡа ашырҙы, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.
ЕПМ инженер гринфилд булараҡ эшләй башлаған – алдынғы дисциплина-ара инженер белем биреү программаларын һәм тикшеренеү проекттарын эшләү һәм индереү өсөн инновацион майҙансыҡ. “Нефть һәм газ тармағында системалы инжиниринг” магистр программаһы яңы форматтағы мәктәптең тәүге продукттарының береһе була.
– Беҙҙең программа үҙендә профессиональ компетенцияларҙың ике өлкәһен берләштерә: нефть һәм газ эше һәм һанлы технологиялар. Беҙ нефть һәм газ тармағы өсөн яңы IT-ҡарарҙар уйлап табырға һәләтле белгестәр әҙерләйбеҙ. Уҡытыусылар командаһына алдынғы ғалимдар ғына түгел, индустрия вәкилдәре һәм һанлы ҡарарҙар эшләүселәр ҙә инде, — тип һөйләне программа етәксеһе, ЕПМ директоры вазифаһын башҡарыусы Елена Моисеева.
ӨДНТУ әлеге ваҡытта был профиль буйынса магистрҙар әҙерләгән берҙән-бер Рәсәй юғары уҡыу йорто. “Нефть һәм газ тармағында системалы инжиниринг” программаһының үҙенсәлектәренең береһе – модулле уҡытыу: бер үк ваҡытта студенттар өс дисциплинанан артыҡ өйрәнмәй. Бер яҡтан, был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн теоретик нигеҙҙе интенсив үҫтерергә ярҙам итә. Икенсе яҡтан, уҡыусыларҙың иғтибарын кәрәкле белем өлкәләренә йүнәлтеү мөмкин.
Һәр семестрҙың мөһим өлөшө – индустриаль партнер заказы буйынса проект эшмәкәрлеге. Һәр семестр студенттар нефть һәм газ тармағы өсөн программа модуле, сайт йәки ҡушымта төҙөү буйынса төркөм проекты өҫтөндә эшләй.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас