Милли проекттар
4 Июль 2025, 08:25

Предприятиелар лизинг ярҙамында 10 миллион һум алды

Осрашыуҙарҙа эшҡыуарҙарға булған ярҙам саралары, шул иҫәптән "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты инструменттары менән танышыу мөмкинлеге булды.

Предприятиелар лизинг ярҙамында 10 миллион һум алдыПредприятиелар лизинг ярҙамында 10 миллион һум алды
Предприятиелар лизинг ярҙамында 10 миллион һум алды

"ЦУР БИЗНЕС. Аралашыу биләмәһе" проекты сиктәрендә республиканың биш предприятиеһы 10 миллион һум күләмендә лизинг ярҙамы алды. Йылдың тәүге яртыһында "ЦУР БИЗНЕС. Аралашыу биләмәһе" проекты сиктәрендә республика етәкселеге эшҡыуарҙар менән ете осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Осрашыуҙарҙа эшҡыуарҙарға булған ярҙам саралары, шул иҫәптән "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проекты инструменттары менән танышыу мөмкинлеге булды.

90-ға яҡын һорау яңғыраған, бизнесҡа ярҙам итеү учреждениелары һәм төбәк властары 300-ҙән ашыу консультация үткәргән. Шулай итеп, саралар барышында Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһына ташламалы лизинг ярҙамы күрһәтеү буйынса ете ғариза килгән. Биш предприятие дөйөм суммаһы 10 миллион һумға яҡын финанслау менән тәьмин ителгән дә инде.

– Шуныһы мөһим: лизинг бизнесмендар араһында популяр булыуын дауам итә, сөнки ул уларға әйләнештәге капиталды икенсе яҡҡа йүнәлтергә кәрәкмәйенсә төп фондтарҙы яңыртыу һәм модернизациялау мөмкинлеген бирә, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Благовещен районы эшҡыуарҙары араһында осрашыу барышында өс эшҡыуар яңы ҡорамалдар һатып алыуҙа ярҙам һораған. 1,1 миллион һум күләмендә лизинг ярҙамы алған шәхси эшҡыуар Михаил Назаровҡа ярҙам күрһәтелгән дә инде. «БашЭкоВата» компанияһына яҡынса 2,9 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алыуға рөхсәт бирелгән.

Әле Төбәк лизинг компанияһы ТЕХНОСТАНДАРТ заводының яҡынса 8,2 миллион һумлыҡ ғаризаһын ҡарай.

"Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проектының маҡсаттары булып иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү тора. Иҡтисадтың сәнәғәт тармаҡтары, юғары технологиялар һәм йәштәр бизнесы перспективаларына айырым иғтибар бирелә.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru

 

 

 

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас