Милли проекттар
9 Июль 2025, 03:30

Баҡалы районында алты километрҙан ашыу юл ремонтланды

Юлды норматив хәлгә килтереү урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итәсәк һәм хәрәкәттең ышаныслылығын арттырасаҡ

Баҡалы районында алты километрҙан ашыу юл ремонтландыБаҡалы районында алты километрҙан ашыу юл ремонтланды
Баҡалы районында алты километрҙан ашыу юл ремонтланды

Башҡортостандың Баҡалы районында “Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 6,6 саҡрымлыҡ күсмә типтағы ике юл участкаһы тергеҙелде, тип хәбәр иттеләр төбәктең транспорт министрлығынан.

Уларҙың береһе Яңы Маты һәм Туҡтағол ауылдары араһында Баҡалы – Туҡтағол – Иҫке Ҡорос автомобиль юлында, икенсеһе Иҫке Кәстәй һәм Баюково ауылдары араһында Баҡалы – Ҡазансы – Дияш – Нуғайбәк юлында үтә. Ике участкала ла подрядсылар профилен тергеҙә һәм ҡырсынташ-ҡом ҡатнашмаһынан яңы япма төҙөй.

- Был участкалар райондың тораҡ пункттары араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Уларҙы норматив хәлгә килтереү урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итәсәк һәм хәрәкәттең ышаныслылығын арттырасаҡ, — тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә 735 саҡрымдан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара юлдар норматив хәлгә килтереләсәк. Эштәр Өфө — Инйәр — Белорет, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск, Магнитогорск — Ира, Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе, Белорет — Учалы — Мейәс һәм башҡа юлдарҙа алып барыласаҡ.

 Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас