

Башҡортостандың "Минең бизнес" үҙәгенең күсмә офисы Күгәрсен районында эшләне. Ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүҙәр «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә, тип хәбәр итәләр төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
Был юлы райондың 15 эшҡыуары һәм үҙмәшғүлдәре консультация алды. Кәңәшмәне "Минең бизнес" үҙәгенең Күмертау ҡалаһындағы офисы мөдире Регина Әлимбәкова үткәрҙе. Ул ҡатнашыусыларға бизнес-планлаштырыу нигеҙҙәрен, ташламалы лизинг һәм кредит биреү программалары шарттарын аңлатты. Спикер шулай уҡ төбәктәге бизнесҡа ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар һәм уларҙың рәсми сайттары тураһында ла һөйләне, унда үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәтте алырға мөмкин.
– Урындағы консультация программаһы Башҡортостандың төпкөл тораҡ пункттарында тормошҡа ашырыла, унда “Минең бизнесым” үҙәгенең филиалдары юҡ. Бындай алымдар ынтылышлы һәм маҡсатлы эшҡыуарҙарға бизнесҡа ярҙам итеү буйынса ғәмәлдәге саралар тураһында мәғлүмәтте туранан-тура улар йәшәгән урындарында еткерергә ярҙам итә, — ти республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
"Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектының маҡсаттары булып иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү тора. Иҡтисадтың сәнәғәт тармаҡтары, юғары технологиялар һәм йәштәр бизнесы перспективаларына айырым иғтибар бирелә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: телеграм