Милли проекттар
9 Июль 2025, 04:30

Яңы амбулатория төҙөлә

"Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү.

Яңы амбулатория төҙөләЯңы амбулатория төҙөлә
Яңы амбулатория төҙөлә

Башҡортостандың Бәләбәй районы Знаменка ауылында яңы амбулатория төҙөлөшө тамамлана. Уны “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (националный проект “Продолжительная и активная жизнь") тормошҡа ашырыу барышында төҙөйҙәр, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.

Башҡортостандың Бәләбәй районы Знаменка ауылында яңы амбулатория төҙөлөшө тамамлана. Уны "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектын тормошҡа ашырыу барышында төҙөйҙәр, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.

Учреждениела биналарҙы эске биҙәү эштәре тамамлана, шунан һуң уны һыу менән тәьмин итеү системаһына тоташтырыу планлаштырыла. Эштәр тулы көсөнә бара. Шулай уҡ амбулаторияны заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыуға әҙерлек алып барыла. Бинаны яҡын арала файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Учреждение беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүҙең заманса үҙәгенә әүереләсәк, унда халыҡ ауылдан ситтә йөрөмәйенсә анализ тапшыра һәм тикшереү үтә аласаҡ.

“Знаменка ауылында яңы ауыл табип амбулаторияһын асыу “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа мөһим аҙым буласаҡ һәм ауыл ерендә сифатлы медицина ярҙамы алыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Был, үҙ сиратында, халыҡтың һаулығын яҡшыртыуға һәм ғүмер оҙайлығын арттырыуға булышлыҡ итәсәк», — тип билдәләне район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.

"Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү.

2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас