Милли проекттар
11 Июль 2025, 02:15

Йәштәр диспансерлаштырыу үтәсәк

Быйыл Малаяҙ, Ҡариҙел, Балтас, Аҡъяр үҙәк район дауаханаларында модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары төҙөләсәк.

Йәштәр диспансерлаштырыу үтәсәкЙәштәр диспансерлаштырыу үтәсәк
Йәштәр диспансерлаштырыу үтәсәк

Республиканың ЗАГС бүлектәре өйләнеүсе йәштәргә репродуктив сәләмәтлектәрен тикшереү өсөн 40 мең сертификат алды.

 Сертификаттарҙы йәш парҙарға никахты теркәгәнгә тиклем тапшырасаҡтар. Был уларға медицина тикшереүен, ике этаптағы  диспансерлаштырыуҙы башҡарырға, ВИЧ, В һәм С гепатиттарына тикшереү үтергә, акушер-гинекологтан консультация алырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, милли календарь буйынса вакцина яһатыу ҡаралған.

– Ғаиләнең төп маҡсаты – балалар тәрбиәләп үҫтереү. ”Ғаилә” һәм “Оҙайлы һәм әүҙем тормош”  милли проекттары тап ошо мәсьәләне тормошҡа ашырыуға ярҙам итә. Быйыл Малаяҙ, Ҡариҙел, Балтас, Аҡъяр үҙәк район дауаханаларында модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары төҙөйәсәкбеҙ. Перинаталь үҙәктәрҙе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас