

“Шәхсиләштерелгән һаулыҡ һаҡлаусы технологиялар” компетенцияһы буйынса юғары технологиялар чемпионатының төбәк-ара этабы Бөрөләге медицина-фармацевтика колледжында үткәрелде. Сара “Йәштәр һәм балалар” милли проектына (национальный проект “Молодежь и дети”) ярашлы ойошторолдо. Был хаҡта республиканың Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәгендә белдерҙеләр.
Ярыш ваҡытында илдең төрлө төбәктәренән килгән студенттар һаулыҡты һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән яңы технологияларҙы эшләү өлкәһендә үҙ белемен, белгәнен күрһәтте.
Чемпионатта Башҡортостан исеменән сығыш яһаған Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенткаһы Светлана Салмиярова алтын миҙал яуланы. Уның заманса һаулыҡ һаҡлау технологияларына яңыса ҡараш һәм уларҙы ныҡлы аңлау жюри тарафынан юғары баһаланды.
“Беҙҙең төбәккә һөнәри оҫталыҡ конкурсында беренсе урын яулау мөһим, сөнки был шәхсиләштерелгән һаулыҡ һаҡлау технологиялары йүнәлешенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул медицинаның уникаль интеграцияланыуын, IT-ҡарарҙарҙы һәм һәр граждандың һаулығына шәхсиләштерелгән алымын билдәләй. Студенттарыбыҙ, был ярышта ҡатнашып, инновациялы медицина техникаһын булдырыу һәм алдынғы диагностикалау мөмкинлектәре һәләтен күрһәтә”, – тип белдерҙе Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәштәрҙең һәләтен үҫтереү һәм үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект мәктәптәрҙе төҙөү һәм ремонтлауҙы, педагогтарҙың квалификацияһы күтәреүҙе, белем биреү өсөн яңы алымдарҙы һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттарҙы булдырыуҙы күҙаллай.
Сығанаҡ, фото: Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге.