Милли проекттар
15 Июля 2025, 03:30

Йыл аҙағына тиклем 24 парк төҙөкләндерелә

Башҡортостандың йәмәғәт киңлектәре йылдан-йыл үҙгәрә – улар уңайлыраҡ, йәшелерәк, архитектура йәһәтенән сағыуыраҡ була бара.

Йыл аҙағына тиклем 24 парк төҙөкләндереләЙыл аҙағына тиклем 24 парк төҙөкләндерелә
Йыл аҙағына тиклем 24 парк төҙөкләндерелә

Башҡортостанда быйыл “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный парк “Инфраструктура для жизни”) буйынса 24 парк төҙөкләндереләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Мәҫәлән, Өфөлә В.И. Ленин исемендәге парк яңыртыла. Унда яңы асфальт һалынасаҡ, инженер селтәрҙәре үткәреләсәк, видеокүҙәтеү камералары һәм өҫтәмә яҡтыртыу монтажланасаҡ. Шулай уҡ унда тематик һәм балалар майҙансыҡтары һәм бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, белгестәр яңы үҫемлектәр ултырта.

"Шуныһы мөһим: “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты ярҙамында парктарҙы төҙөкләндереп һәм эскәмйәләр ҡуйып ҡына ҡалмайбыҙ — биләмәләрҙе яңынан эшләтеп ебәрәбеҙ, уларҙы үҙебеҙ өсөн асырға теләгән, күңелле урындарға әйләндерәбеҙ. Башҡортостандың йәмәғәт киңлектәре йылдан-йыл үҙгәрә бара – улар уңайлыраҡ, йәшелерәк, архитектура йәһәтенән сағыуыраҡ була бара. Йылдан-йыл республикала бындай яңы һәм заманса парктар тағы ла күберәк барлыҡҡа киләсәк”, – тип билдәләне төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас