

“Алпамыша” йәштәр үҙәге һәм “Иглин хәбәрҙәре” гәзите Иглин ауылында “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) маҡсаттарына ярашлы медиаирекмәндәр мәктәбен асты. Был хаҡта Иглин районы хакимиәте хәбәр итә.
Унда ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы текстар яҙырға, социаль селтәрҙәр өсөн видео төшөрөргә, уны монтажларға өйрәнә. Шулай уҡ улар яҙмаларҙы баҫыу графигын төҙөү, аудиторияны йәлеп итеү һәм блогтарҙың һөҙөмтәлелеген анализлау юлдарын барлай.
Уҡыусылар үҙ проекттарын әҙерләргә тейеш – был концепция һәм контент планын төҙөүҙән алып маҡсат аудиторияһын анализлауҙы, роликтар монтажлауҙы һәм постар сығарыуҙы эсенә алған эш. Иң яҡшы эштәрҙе район гәзите биттәрендә һәм уның рәсми ресурстарында баҫып сығарыу күҙаллана.
“Беҙ йәштәребеҙҙең ҙур мөмкинлектәрен күрәбеҙ, ҡыҙыҡлы идеялар һәм башланғыстар күп, улар хаҡында һөйләү мөһим. Медиаирекмәндәр мәктәбе – ул райондың мәғлүмәт мөхитен үҫтереүгә индергән өлөшөбөҙ. Йәштәргә иһә – быны сифатлы эшләргә өйрәнеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Уларҙан яңы ҡараш һәм яңы темалар көтәбеҙ”, – - ти “Иглин хәбәрҙәр”енең баш мөхәррире Лилиә Нуретдинова.
Фото: vk.com/iglvestirb?ysclid=md4hmmiqgo243204139