

Ауырғазы районының Бишҡайын ауылы эргәһендәге Үҙән йылғаһы аша һалынған күперҙе капиталь ремонтлау эштәре 88 процентҡа үтәлгән, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. 39 погонлы метр оҙонлоғондағы күперҙе тергеҙеү эштәре “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара.
Тимер-бетонлы конструкция ипкә килтерелгән, асфальт түшәлгән.
- Талбазы – Красноусол юлы буйындағы, Үҙән йылғаһы аша һалынған күпер туристик йәһәттән ҙур һорау менән файҙалана, - тип белдерҙе Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. – Ул Красноусол ауылына, ошондай уҡ исемде йөрөткән шифаханаға илтә. Тәүлегенә өс меңдән ашыу автомобиль үтә, шуға күрә был күперҙе нормаға килтереү мөһим.
Ремонт эштәре ваҡытында күпер аша хәрәкәт итеү тыйылған. Водителдәр светофор менән көйләнгән ваҡытлыса урау юлдан йөрөй. Күперҙәге эштәрҙе 2025 йыл аҙағында тамамламаҡсылар.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.